Үткән
аҙнала Украинаның Луганск ҡалаһына
гуманитар ярҙам алып килгән Рәсәй йөк
машиналары колоннаһы, дүшәмбе Ростов
өлкәһендә ял итеп алғандан һуң, Мәскәү
өлкәһенә юл тотто. Ҡораллы конфликт
райондарында ҡалған халыҡҡа 2 мең тонна
йөк- аҙыҡ-түлек, һыу, балалар аҙығы һәм
медикаменттар килтерелде. Рәсәй йәнә
бер гуманитар колонна оҙатырға ниәтләй.
“Беҙ
Украина сит ил эштәре министрлығына,
сираттағы гуманитар ярҙам конвойын
ебәрергә ниәтләүебеҙҙе белдереп, рәсми
нота ебәрҙек,”-ти Рәсәй сит ил эштәре
министрлығы башлығы Сергей Лавров.
Шишәмбе
көн Минск ҡалаһында Таможня союзы
дәүләттәре башлыҡтарының Украина
президенты менән Украина көрсөгөн яйға
һалыуға бағышланған осрашыуы буласаҡ.
Ошо сара сиктәрендә Владимир Путин һәм
Петр Порошенко араһында туранан-тура
һөйләшеүҙәр булыуы ла ихтимал. Европа
дипломатияһы башлығы Кэтрин Эштон
белдереүенсә, Белоруссия баш ҡалаһындағы
осрашыу көрсөктө яйға һалыу өсөн яҡшы
мөмкинлектәр асыуы ихтимал, уны ҡулдан
ысҡындырырға ярамай.
Комментариев нет:
Отправить комментарий