понедельник, 25 августа 2014 г.

Калифорнияла ер тетрәү: ғәҙәттән тыш хәл индерелде.


Йәкшәмбе төнөндә урындағы ваҡыт менән сәғәт өстә 6 магнитудалы ер тетрәү булғандан һуң, Калифорнияла ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителде. Һуңғы 25 йыл эсендәге иң көслө тетрәү булды ул. Тәбиғәт ҡазаһы һөҙөмтәһендә 120 кеше тән йәрәхәттәре алды, тарихи биналарҙы ла индереп, бик күп йорттар етди зыян күрҙе. Ер һелкенеү үҙәге Напа ҡалаһынан 9 километр алыҫлыҡта, тетрәү усағы 11 километр тәрәнлектә ине.

Тәбиғәттең һөжүменә күнеккән халыҡ был ҡәҙәр ҡеүәтле тетрәүҙе хәтерләмәй:

Һуңғы ер тетрәү 10-12 йыл элек булды. Ул саҡта мөрйәбеҙ емерелеп төштө, тик йорт үҙе зыян күрмәне. Хәҙер иһә йорт нигеҙенән шыуҙы, уны урынына ултыртып булмаҫтыр, моғайын.

Үткәнендә ер һаҡ ҡына тетрәне, был юлы иһә тетрәү хәтәр булды, сағыштырырлыҡ та түгел. Үҙ ғүмеремдә бындай ҡурҡынысҡа тарығаным булманы.”

Ер тетрәү арҡаһында, бер нисә янғын сыҡҡан, һыу үткәргестәр тишелгән. Шоссе юлдар ҙа емерелгән. Күрелгән зыян әлегә иҫәпләнмәгән.



Комментариев нет:

Отправить комментарий