четверг, 11 сентября 2014 г.

Путин Хәрби сәнәғәт комиссияһына етәкселек итәсәк.


Рәсәй президенты Владимир Путин Хәрби сәнәғәт комиссияһына үҙе етәкселек итергә булды. Ошоғаса ул хөкүмәт ҡарамағында ине. Хәрби сәнәғәт комиссияһы кәңәшмәһендә ул Рәсәйҙең ҡыҙыу ҡоралланыу ярышына ҡушылып китмәйәсәге хаҡында белдерҙе. Президент Европала НАТО көстәренең арта барыуын күҙ уңында тотоп эш итергә, Рәсәй Федерацияһына янаған хәрби хәүефте теүәл билдәләргә саҡырҙы.

Путин: “Көнбайыштағы көрсөк, ә ул башлыса беҙҙең Көнбайыштағы ҡайһы бер партнерҙарыбыҙ тырышлығы менән башланды, хәҙер был блокты реанимациялау өсөн файҙаланыла. Илебеҙҙең именлегенә ҡағылған ҡарарҙар ҡабул иткәндә, беҙ быларҙы күҙ уңында тотоп эш итәсәкбеҙ.”

Шул уҡ көндө “Владимир Мономах” һыу аҫты кәмәһенән (һынау үткәреү маҡсатында) Аҡ диңгеҙҙә “Булава” баллистик ракетаһы уңышлы осоролдо. “Булава” баллистик ракеталарын шундай һынауҙар йәнә октябрҙә һәм ноябрҙә үтәсәк.



Комментариев нет:

Отправить комментарий