четверг, 11 сентября 2014 г.

Кэмерон Шотландияны ғына түгел, эшен дә юғалтыуы ихтимал.


Ошо көндәрҙә Лондондың сәйәси даирәләре тулы составта тиерлек Шотландияға күсте. Сәйәсмәндәрҙең бында ашығып йыйылыуының сәбәбе- һуңғы социаль һорашыу һөҙөмтәләренең бер аҙнанан һуң үтәсәк референдумда Шотландия бойондороҡһоҙлоғо яҡлыларҙың еңәсәге хаҡында белдереүендә.

Премьер-министр Кэмерон һәм оппозиция лидерҙары Милибэнд һәм Клегг бер үк нәмә хаҡында өгөт-нәсихәт алып бара: шотландтарҙы ҡурҡыталар, өгөтләйҙәр, яңы өҫтөнлөктәр вәғәҙә итәләр, эмоциональ ҡарарҙарҙың эҙемтәләре тураһында уйларға саҡыралар.

Дэвид Кэмерон, Бөйөк Британия премьер-министры:

Ҡайһы саҡ һайлауҙар, тауыш биреү ваҡытында, ә референдумға, минең уйымса, кешеләр ниндәйҙер һайлауға ҡараған һымаҡ ҡарай, беҙ ҡарар ҡабул итәбеҙ һәм 5 йылдан һуң уны төҙәтә алабыҙ. Ториҙар ялҡытһа, арттарына тибәбеҙ, артабан ни эшләү тураһында уйлайбыҙ. Тик әлеге ваҡиға һайлауҙарҙан ҡырҡа айырыла. Был ҡарар 5 йылға түгел, алдағы быуатҡа төбәлгән.”

Шотландияның беренсе министры Алекс Салмондтың иһә референдум алдынан оптимизмы арта ғына. “Әгәр улар автобус менән килһә, мин уларҙың билет хаҡын түләр инем,”-ти Эдинбургҡа Лондон сәйәсмәндәренең ашығыс йыйылыуы хаҡында. Ул шуға ышана: Кэмерон һәм Милибэнд ойошторған ығы-зығы Шотландия бойондороҡһоҙлоғо яҡлыларҙың һанын арттырасаҡ ҡына.

Алекс Салмонд, Шотландияның беренсе министры:

Шотландияла күптәр Эд Милибэнд һәм Дэвид Кэмерондың был сәйәхәттәрен файҙаһыҙ һәм һуңға ҡалынған эш тип иҫәпләй. Файҙаһыҙ, сөнки улар мохтаждарға яңы эш урындары тәҡдим итмәй. Файҙаһыҙ, сөнки улар, бойондороҡһоҙлоҡ иғлан итһен өсөн, парламентҡа яңы вәкәләттәр бирмәй. Файҙаһыҙ, сөнки реаль аҡсаларһыҙ һаулыҡ һаҡлауҙы нисек үҫтереү хаҡында аңлатмайҙар. Һуңлаған, сөнки үлем алдынан ул күберәк тын алып ҡалырға тырышыу һымаҡ.”

Салмонд үҙенең яҡлыларға Шотландияның Евроберләшмәгә бик тиҙ инә аласағы тураһында вәғәҙә бирә. Брюссель чиновниктарының хәбәрҙәрендә иһә оптимизм тойолмай.

Джоанна Гилл, “Евроньюс”:

Шотландияға күберәк вәкәләттәр вәғәҙә ителгәндән һуң, ашығыс рәүештә Шотландия баш ҡалаһына визит яһалды. Етерлек нәмәме был? Бик һуң түгелме? Кэмерон иһә бик ҙур баҫым аҫтында ҡалды, ул Шотландияны ғына түгел, эшен дә юғалтыуы ихтимал”.




Комментариев нет:

Отправить комментарий