Бөгөн
иртән Ҡазахстандың Еҙҡаҙған ҡалаһынан
көньяҡ-көнсығышҡа табан 148 километр
алыҫлыҡта ятҡан урынға Халыҡ-ара йыһан
станцияһының интернациональ экипажы-
Роскосмос космонавтары Александр
Скворцов, Олег Артемьев, НАСА астронавы
Стивен Суонсон “Союз” карабының
капсулаһында килеп төштө.
Ерҙә
имен-аман ҡайтҡан космонавтарға
капсуланан сығырға ярҙам иттеләр.
Йыһанда 170 тәүлеккә яҡын эшләгән экипаж
ағзалары үҙҙәрен яҡшы хис итә. Йыһандағы
осош ваҡытында космонавтар “Прогресс”,
ATV-5
Европа йөк ташыу караптарын бушаттылар,
Американың Cygnus һәм Dragon караптарын
хеҙмәтләндереүҙә ҡатнаштылар, шулай
уҡ Скворцов һәм Артемьев ике тапҡыр
асыҡ йыһанға сыҡты.
Халыҡ-ара
йыһан станцияһында рәсәйле Максим
Сураев, американлы Рид Уайсмен һәм немец
Александр Герст эшләүен дауам итә.
Яңы
йыһан экспедицияһы 26 сентябргә
тәғәйенләнгән. Халыҡ-ара йыһан станцияһына
Елена Серова, Александр Самокутяев һәм
американлы Барри Уилмор юл тотасаҡ.
Комментариев нет:
Отправить комментарий