пятница, 12 сентября 2014 г.

Чили: Сәскәләр- Сальвадор Альендеға.


11 сентябрь көндө Чилиҙа хәрби түңкәрелеш һөҙөмтәһендә һәләк булғандарҙы хөрмәт менән иҫкә алдылар. 41 йыл элек был көндө демократик юл менән һайланған социалист президент Сальвадор Альенде ҡолатылды, власҡа генерал Аугусто Пиночет етәкселегендәге хәрби хунта килде. Түңкәрелеш ҮРИ (ЦРУ) ярҙамында эшләнгәйне.

Альенденың ҡыҙы Изабель Чилиҙың хәҙерге президенты Мишель Башле менән бергә Ла Монеда хөкүмәт һарайындағы диванға сәскәләр һалды, бында (рәсми версия буйынса) әсирлеккә эләкмәҫ өсөн, уның атаһы атылып үлгән.

Пиночет идара иткән саҡта атаһы төрмәлә үлгән Мишель Башле Чили халҡын берҙәмлеккә саҡырып сығыш яһаны: “Беҙҙең йәмғиәттә 11 сентябрҙе һыҙланыу, юғалтыуҙар көнө тип ҡабул итәләр. Был дата илебеҙҙә булып үткән тарҡалыуҙы хәтергә төшөрә, ул башҡаса ҡабатланмаҫҡа тейеш.”

Пиночет идара иткән 17 йыл эсендә Чилиҙың 40 мең самаһы кешеһе һәләк булған. Күптәр төрмәләрҙә яфаланып үлгән. Шуға ҡарамаҫтан, Чили халҡының бер өлөшө Советтар Союзы яҡлаған Альендены бәреп төшөрөүҙе ыңғай баһалай.

Чили йәмғиәтендәге ул саҡтағы бүленеш шауҡымы әле лә һиҙелә- бер нисә йыл рәттән, түңкәрелеш көнө алдынан илдә сыуалыштар башланып, эш полиция менән бәрелештәргә ҡәҙәр барып етә.

Был юлы боларыштарҙан тыш шартлауҙар ҙа яңғыраны- Сантьяго метроһындағы теракт һөҙөмтәһендә 14 кеше зыян күрҙе.





Комментариев нет:

Отправить комментарий