суббота, 13 сентября 2014 г.

Израиль разведкаһындағы “бунт.”


Элиталы “8200 подразделениеһының 43 ветераны һәм әлеге резервисы асыҡ хат менән Израилдең премьер-министры Биньямин Нетаньяхуға, ЦАХАЛ генштабы башлығы Бенни Ганцҡа һәм хәрби разведка, подразделение башлыҡтарына мөрәжәғәт итте.

Үҙҙәре белдереүенсә, улар фәләстиндарға ҡаршы операцияларҙа ҡатнашыуҙан баш тарта һәм окуппацияланған территорияларҙа хәрби режимды нығытыу инструменты булырға теләмәй.

Ҡултамғаларын ҡуйыусылар раҫлауынса, электрон разведка “тыныс халыҡ артынан даими рәүештә контролһеҙ күҙәтеү, сәйәси эҙәрлекләү һәм фәләстин йәмғиәтендә ыҙғыш сығарыу өсөн файҙаланыла.

Көнбайыш ярҙа йәшәүсе бер ир ошо хаҡта былай тип белдерҙе: “Тимәк, барыбыҙҙа ла кешелеклелек тигән нәмә бар. Әгәр улар яҙғандар дөрөҫ булһа, был ниндәйҙер яңылыҡ... Мин уны хуплайым.”

8200 подразделениеһы-Израиль армияһы разведкаһының ҙур подразделениеһы. Уның хеҙмәткәрҙәре Фәләстин территорияһындағы телефон аша һөйләшеүҙәрҙе тыңлай, электрон почтаны, СМС-тарҙы һәм моменталь хәбәрҙәр программаһын тикшерә. Хәбәр ителеүенсә, улар Израиль “дошман” тип иҫәпләгән ғәрәп дәүләттәре һәм Иран менән дә эшләй.

Хаттың пәйҙә булыуына берҙән-бер рәсми яуап- ЦАХАЛ матбуғат хеҙмәтенең хәбәре, унда юғары торған хәрби түрәләрҙән алда хаттың киң мәғлүмәт сараһында- “Едиот Ахронот” гәзитендә баҫылыуына асыу белдерелә.

Jerusalem Post баҫмаһы раҫлауынса, әле резервта булған хат авторҙары, дәрәжәләре төшөрөлөп, хурлыҡҡа ҡалдырып, ҡораллы көстәр сафынан ҡыуылыуы ла ихтимал.

Комментариев нет:

Отправить комментарий