суббота, 13 сентября 2014 г.

АҠШ Төркиәне исламистарға ҡаршы альянсҡа йәлеп итергә тырыша.


Франция президенты Олланд йома көн Ираҡҡа килде. Шул уҡ көндө Эрбилгә “Ислам дәүләте” радикалдарына ҡаршы һуғыш хәрәкәттәре барған Ираҡтың төньяғында йәшәүселәр өсөн 15 тонна француз гуманитар йөгө килтерелде. Бынан алда Парижда, әгәр кәрәк булһа, Францияның Ираҡтағы исламистарға ҡаршы һауа һөжүменә ҡушылыуы ихтимал тип әйтә килделәр. Өҫтәүенә, хәрби хәрәкәттәр уңышлы булһа, Франсуа Олландың Францияла рейтингы ла үҫеүе мөмкин. Юҡҡа ғынамы ни, Париж аналитиктары француз президентының үҙ иленә ҡарағанда Ираҡта абруйы юғарыраҡ тип шаярта.

АҠШ-тың дәүләт сәркәтибе Джон Керри иһә исламистарға ҡаршы интернациональ альянсҡа Төркиәне йәлеп итергә маташа. Кесаҙна көн Америка дипломаты Анкарала һөйләшеүҙәр алып барҙы.


Төркиә, АҠШ-тың Азиялағы иң яҡын союздашы, НАТО ағзаһы, Ираҡ Мосулында Төркиә консуллығының 49 хеҙмәткәре баҫып алынһа ла, көн элгәре Сүриә һәм Ираҡ мосолман радикалдары иғлан иткән дәүләткә ҡаршы Вашингтон төҙөгән коалицияның декларацияһына ҡул ҡуйманы. Элек Анкара Бәшәр Асад режимына ҡаршы көрәшкән Сүриәнең ҡораллы оппозицияһын яҡланы. Был баш күтәреүселәрҙең күбеһе аҙаҡ “Ислам дәүләте”төркөмөндә пәйҙә булды.

Комментариев нет:

Отправить комментарий