суббота, 13 сентября 2014 г.

Мысырҙың рухи лидеры: Ирактағы ислам боевиктарының эше исламға ҡаршы килә.


Ираҡтағы ваҡиғалар менән бәйле Мысырҙың баш мөфтийе Шәүки Аллам “Ираҡ һәм Леванта ислам дәүләтетөркөмөн яуаплылыҡҡа тарттырырға саҡырҙы. “Евроньюс” хәбәрсеһе Шарль Саломеға биргән интервьюһында Мысыр мосолмандары башлығы терроризмға һәм Европала экстремизм идеялары таралыуға үҙенең мөнәсәбәтен белдерҙе.

Шарль Саломе: Бөгөн кешеләр үҙҙәренең дини инаныуҙары өсөн һәләк була. Террористик ойошмалар ислам хаҡына эш итәбеҙ тип раҫлай аламы?

Шәүки Аллам: Был ойошма боевиктарының нимә эшләүенә иғтибар итегеҙ. Уларҙың эшмкәрлегенең дә, закондарының да, йолаларының да ислам диненә бер ҡағылышы ла юҡ. Улар енәйәттәрен дини мотивтар менән аҡларға тырыша, әммә улар ислам дине ҡағиҙәләрен дөрөҫ аңлатмай. Бындай радикаль төркөмдәр күренә генә башлаған саҡта уҡ улар таратҡан ҡиммәттәрҙең нормаға әйләнергә тейеш түгеллеге тураһында белдерҙек. Беҙ киң мәғлүмәт сараларын Ираҡ боевиктарын “Ислам дәүләте” тип атамаҫҡа саҡырҙыҡ, сөнки был террористарҙың ислам диненә бер мөнәсәбәте лә юҡ.

Шарль Саломе: Тимәк, бындай ойошмалар ислам битлеге кейеп кенә йөрөй?

Шәүки Аллам: Уларҙың эштәре ислам дине нормаларына, ҡанундарына ҡаршы килә. Ислам кешеләрҙе хөрмәт итергә, яратырға өндәй, емерергә, ҡан ҡойорға һәм кешеләрҙе йорттарынан ҡыуырға түгел, төҙөргә, ижад итергә саҡыра. Ислам япмаһын ябынып башҡарған уларҙың эштәрен беҙ ғәйепләйбеҙ. Беҙ уларҙы һис кенә лә яҡламайбыҙ. Ҡабатлап әйтәм: үлтерештәрҙең, террорҙың ысын дингә бер мөнәсәбәте лә юҡ.

Шарль Саломе: Европала терроризм идеялары таралыу тураһында һөйләшәйек әле. Боевиктар менән йәнәш алышырға теләгәндәргә һеҙ нимә тип әйтерһегеҙ?

Шәүки Аллам: Дөрөҫөн әйткәндә, террористар яҡлыларҙың үҫә барыуы мине шомландыра. Улар “йыһат,” “шәриғәт ҡанундары” тигән төшөнсәләрҙе яңылыш аңлай. Европалағы хәлдәр- хәүефле сигнал. Европа лидерҙары быны аңлайҙыр тип өмөтләнәм. Уларҙың был проблемаға етди ҡарауын теләйбеҙ, сөнки бөгөн терроризм айырым региондың ғына проблемаһы түгел, ул бар ергә тарала.

Шарль Саломе: Терроризм идеялары таралыу менән көрәшеү өсөн европалыларға нимә тәҡдим итер инегеҙ?

Шәүки Аллам: Европалыларға Ҡөрьән Кәрим тәфсирен һәм ислам динен яҡшы белгән ойошмаларҙа яуап эҙләргә кәрәк. Мәҫәлән, Ҡаһирәлә донъялағы иң оло мосолман академияһы- Әл-Әзһәр университеты бар.

Шарль Саломе: Һеҙҙеңсә, Европа имамдары был абруйлы уҡыу йорто хеҙмәткәрҙәре фекеренә ҡолаҡ һалыр тип уйлайһығыҙмы?

Шәүки Аллам: Беҙ быны иғтибарһыҙ ҡалдырмайбыҙ, ә хәлдәрҙе яҡшыртыуға килгәндә, европалылар быны үҙҙәре хәл итә. Әммә һандар, ысынлап та, ҡурҡытырлыҡ.

Шарль Саломе: Йәш европалыларҙы йыһатты яҡларға саҡырған фәтеүәләрҙе нисек кәметергә була?

Шәүки Аллам: Әл-Әзһәр университеты ла, Мысырҙағы беҙҙең ойошмала ла Интернет селтәрендәге көс ҡулланыуҙарға саҡырыуҙарҙы тикшереп тора. Бындай саҡырыуҙар булмаһын өсөн, күтәрелгән һәр тема буйынса беҙ аныҡ аңлатыу эше алып барабыҙ.

Шарль Саломе: Ул кешеләрҙең баштарын дини йәки сәйәси маҡсаттарҙан сығып бутайҙар тип уйлайһығыҙмы?

Шәүки Аллам: Йәштәрҙе терроризмға этәреүсе факторҙар байтаҡ: ярлылыҡ, наҙанлыҡ, власҡа ынтылыу; йәштәр төрлө сәйәси хәрәкәттәр тәьҫиренә лә эләгеп китә. Уларҙы берәй дини идея менән әүрәтеп, дини терминдарҙың һәм нормаларҙың мәғәнәһен боҙоп юлдан яҙҙырыуҙары ла ихтимал. Быларҙың барыһын да ентекләп тикшерергә, өйрәнергә кәрәк.

Шарль Саломе: Ул кешеләргә нимә тип әйтер инегеҙ?

Шәүки Аллам: Ислам өсөн тигән булып эшләнгән террористик акттарҙы беҙ ғәйепләйбеҙ. Беҙ быны хупламайбыҙ. Террористарҙың эшмәкәрлеге ислам дине нормаларына, ҡанундарына ҡаршы килә. Йәнә ҡабатлайым: үлтерештәр, шартлатыуҙар, кешеләрҙе үҙ йорттарынан ҡыуыуҙарҙың ислам диненә бер ҡыҫылышы ла юҡ.











Комментариев нет:

Отправить комментарий