понедельник, 15 сентября 2014 г.

Луганск ҡала көнөн имровизациялы парад менән билдәләне.



Халыҡ республикаһы йәкшәмбе көн Луганскиҙа Ҡала көнөн хәрби техника һәм ғәскәр парады менән билдәләне. Бер нисә ай буйы ҡала халҡы һыуһыҙ, утһыҙ, элемтәһеҙ йәшәне; алыштар ваҡытында ҡала объекттары бик ныҡ емерелде, мәҫәлән, аэропорт өсөн барған ҡаты һуғыштар уны ер менән тигеҙләне.

Минск килешеүенән һуңғы аҙнала хәлдәр апарыу яйланды. Ҡала властары хәбәр итеүенсә, энергия һәм һыу менән тәьмин итеүҙе тергеҙеү эштәре башланған.

Бында әлегә етешһеҙлектәр күп шул. Һуғыштарҙа беҙ шәп, ҡыйыу алышабыҙ. Әлегә еңәбеҙ, киләсәктә лә еңәсәкбеҙ, сөнки беҙ ни өсөн һуғышҡаныбыҙҙы беләбеҙ. Мин үҙем Рәсәйҙән, Дон казагымын, әммә минең бында әсәйем йәшәй,- ти Маэстро ҡушаматлы доброволец.

Көн элгәре, шәмбе көн, ҡалаға Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының яңы гуманитар йөгө килде; аҙыҡ-түлектән тыш һыуҙы таҙартыу өсөн препараттар, электрогенераторҙар һәм инфраструктураны тергеҙеү өсөн башҡа саралар килтерелде.

Ҡыҙыл Тәре вәкилдәре белдереүенсә, Луганскиҙағы хәлдәрҙең нормалләшеүе унда врачтарҙы ебәрергә мөмкинлек бирәсәк, сөнки һуғыштар ваҡытында медицина хеҙмәткәрҙәренең күбеһе ҡаланан киткән.






Комментариев нет:

Отправить комментарий