понедельник, 15 сентября 2014 г.

Мексика:”Одиль”ғәрәсәте көсөн юғалтты.


Мексиканың көнбайыш яр буйҙарына “Одиль”ғәрәсәте ябырылды. Бында юғары хәүефлелек кимәле иғлан ителде, ә ғәрәсәткә халыҡ-ара 5 баллы шкала буйынса дүртенсе дәрәжә хәүеф кимәле бирелде.

Кабо-Сан-Лукас ҡалаһы тирәһендә тиҙлеге сәғәтенә 205 километрға еткән ел ағастарҙы тамырҙары менән йолҡоп ташланы.

Дүшәмбе иртән ғәрәсәт, Мексиканың Түбәнге Калифорния штатының көньяғына етеп, бер аҙ көсөн кәметте. Метеохеҙмәттәр хәүефлелек кимәлен дүртенсе категориянан өскә төшөрҙө.

Властар шулай ҙа яр буйындағы төбәктәрҙә шторм хаҡындағы киҫәтеүҙе үҙ көсөндә ҡалдырҙы, әле бында 26 мең турист һәм урындағы халыҡтан 4 мең кеше бар. Тәбиғәт шарттарының көйһөҙлөгө менән бәйле киҫәтеү курстары ғәрәсәт зонаһы аша үткән караптар һәм самолеттар өсөн дә үҙ көсөндә ҡала.








Комментариев нет:

Отправить комментарий