вторник, 16 сентября 2014 г.

Париж осрашыуында ҡатнашыусылар Иракҡа “исламистар” менән көрәштә ярҙам итергә булды.


Париждағы халыҡ-ара конференцияла ҡатнашыусылар Ираҡ властарына “Ислам дәүләте” радикаль хәрәкәтенә ҡаршы көрәштә, хәрби ярҙамды ла индереп, төрлө яҡлап ярҙам итергә булды. Был турала форум коммюникеһында әйтелде.

Матбуғат конференцияһында Францияның сит ил эштәре министры Лоран Фабиус һәм уның ираҡ коллегаһы Ибраһим әл-Джаафари сығыш яһаны.

Ислам дәүләте”дәүләт түгел, ислам менән уртаҡлығы юҡ,-тине француз министры.-Был бик ҡурҡыныс радикаль хәрәкәт. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар экстремистарға отпор бирергә, уларҙы юҡҡа сығырға мәжбүр итергә кәрәк тип тапты”.

Әл-Джаафари: “Бындай ҡаты алыш өсөн средстволарҙы, көстө берләштерергә кәрәк. Был мәсьәләне хәрби, сәйәси, бигерәк тә, финанс йәһәтенән анализлау мөһим. Илдә хәҙер күсеп китергә мәжбүр булған миллион 800 мең кеше бар.”


Париждағы осрашыуҙа 30 ил вәкиле, шул иҫәптән Рәсәй сит ил эштәре министры Сергей Лавров та ҡатнашты. Ултырыш ябыҡ режимда үтте. Халыҡ-ара форум Франция инициативаһы менән саҡырылды.

Комментариев нет:

Отправить комментарий