вторник, 2 сентября 2014 г.

Сәғүд Ғәрәбстаны Ливан өсөн француздарҙан ҡорал һатып алды.


Франция президенты Франсуа Олланд Париждағы Елисей һарайында Сәғүд Ғәрәбстанының тәхеткә ултырырға тейешле принцы Сәлмән Бен-Әбдел-Әзизде ҡабул итте. Ике арала Ливан өсөн 3 миллиард евролыҡ ҡорал һәм хәрби техника һатып алыу хаҡында килешеү булды. Олланд һүҙҙәре буйынса, уның маҡсаты- күрше Сүриәнән ҡасаҡтар ағымының күбәйеүе шарттарында Ливанда хәүефһеҙлек кимәлен күтәреү.

Комментариев нет:

Отправить комментарий