вторник, 2 сентября 2014 г.

Сергей Лавров: Киевтағы “һуғыш фирҡәһе” Украинаны НАТО-ға этәрә һәм тыныслыҡ процесын “юҡҡа сығара.”


Рәсәй сит ил эштәре министрлығы башлығы Сергей Лавров фекере буйынса, Украина көрсөгөнән сығыу өсөн, яңы саҡырыуҙар, яңы абстракт варианттар кәрәкмәй, ирешелгән килешеүҙәрҙе үтәргә генә кәрәк. Һуңғы ваҡиғаларға, Минск ҡалаһындағы һөйләшеүҙәргә, шулай уҡ Киевтың үҙендәге хәлдәргә комментарий биреп, Лавров шулай тине:

Тыныслыҡ фирҡәһе” украиндар алдына килеп баҫҡан бөтә төп мәсьәләләр буйынса һөйләшеүҙәр, сәйәси ҡарарҙар яҡлы булды һәм әле лә шуны алға һөрә, ә шул уҡ Киевтағы “һуғыш фирҡәһе” бөтә был тырышлыҡтарҙы юҡҡа сығарыуға йөҙ тота”.

Сергей Лавров әйтеүенсә, “һуғыш фирҡәһе” Украинаны НАТО-ға этәрә, килеп тыуған проблемаларҙы тыныс юл менән, Женевалағы килешеүҙәргә нигеҙләнеп, мәсьәләне хәл итергә ынтылған бөтә яҡтарҙы ла күҙ уңында тотоп эш итеүҙән баш тарта. Был белдереүҙе Лавров Тунистың тышҡы сәйәсәт ведомствоһы башлығы Монжи Хәмди менән осрашыу һөҙөмтәләре буйынса Мәскәүҙә үткән матбуғат конференцияһында яһаны.




Комментариев нет:

Отправить комментарий