понедельник, 29 сентября 2014 г.

Япония: Онтакэ янартауы атылыуҙан тиҫтәләрсә кеше һәләк булған.


Япониялағы Онтакэ янартауы ҡорбандары тиҫтәләрсә булыуы ихтимал. Тау битләүҙәрендә, кәм тигәндә, 30 кеше “йөрәк тибеше билгеләрһеҙ”табылған. Медиктар үлемде рәсми рәүештә раҫламаһа, властар ошо формулировканы ҡуллана.

Янартауҙың атыла башлауы йөҙҙәрсә турист һәм альпинист өсөн көтөлмәгән хәл була. Күптәр ҡотолоп ҡала. Бер нисә кешегә ҡотҡарыусылар ярҙамға килә. Тиҫтәләрсәһе медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт итә. Властарҙың фекере буйынса, тау битләүҙәрендә кешеләр ҡалыуы мөмкин. 550 хәрби хеҙмәткәр ҡотҡарыу операцияһына йәлеп ителгән.

Янартау шәмбе көн көндөҙ башланған. Йәкшәмбелә лә ул бейеклеге 10 километрға еткән көл бағанаһы барлыҡҡа килтереп атылған. Янартау көлөнөң таралыуы Онтакэҙан 100 километр радиустағы төбәктәрҙә теркәлгән.

Онтакэ янартауы Токионан көнбайышҡа табан 200 километр алыҫлыҡта ятҡан Японияның үҙәк утрауы Хонсюҙа урынлашҡан. Бынан алда Онтакэ 2007 йылда әүҙемлек күрһәткән.






Комментариев нет:

Отправить комментарий