вторник, 30 сентября 2014 г.

Караджич эше буйынса суд процесы тамамланыуға бара.


Сербия Республикаһының элекке президенты Радован Караджич эше буйынса суд процесы тамамланыуға бара. Элекке Югославия буйынса Халыҡ-ара трибунал прокуроры Алан Тиегер, Босния сербтарының элекке лидерының Босния хорваттары һәм мосолмандарына ҡаршы енәйәттәрҙең “этәргес көсөбулған, тип белдерҙе. Геноцид, хәрби енәйәттәр һәм кешелеккә ҡаршы башҡа енәйәттәр- былар барыһы ла Караджичҡа белдерелгән ғәйепләүҙәр.

Суд барыбыҙ өсөн дә ғәҙел ҡарар сығарыр, тип өмөтләнәм,-ти “Сребреница әсәләре” ассоциацияһы президенты Мөнирә Субашич.-Ғәҙеллек еңер, тип көтәбеҙ һәм был геноцид ҡорбандарына, бигерәк тә “Сребреница әсәләре”нә ярҙам итер, тип көтәбеҙ. Юғиһә судты башлау ҙа кәрәкмәҫ ине. Әгәр Караджич ғүмерлеккә төрмәгә ултыртылмаһа, донъя һәм Европаның мосолмандарҙың был хәленә ризалашыуына аныҡ сигнал буласаҡ.”

Ғәйепләүҙәрҙең бер пункты буйынса, Караджич Сребреницалағы геноцид өсөн яуапҡа тарттырыла. Был мосолман анклавында 1995 йылдың июнендә 8 мең самаһы ир-ат, үҫмер үлтерелгән. Радован Караджичтың ҡыҙы Соня, Гаага трибуналы прокуратураһының уның атаһына ҡаршы етди дәлилдәре юҡ, тип иҫәпләй.

Процесс барған йылдарҙа Караджич күп нәмәне иҫбат итте...Әгәр ғәҙеллек булһа, әгәр трибунал бөтә был дәлилдәргә хөрмәт менән ҡараһа, әгәр Гаага суды НАТО агенты булмаһа, Караджич азат ителәсәк.”

Хәҙерге ваҡытта Соня Караджич сәйәсәт менән әүҙем шөғөлләнә. Соня Караджич ағза булған Серб демократик фирҡәһе Сербия республикаһы парламенты һайлауҙарында уны кандидат итеп күрһәтте.



Комментариев нет:

Отправить комментарий