вторник, 30 сентября 2014 г.

Сингапур: Интерполдың халыҡ-ара киберенәйәтселек менән көрәш үҙәге.


Сингапурҙа Интерполдың Инновациялар буйынса халыҡ-ара үҙәге бинаһының презентацияһы булды. Уның маҡсаты- киберенәйәтселек менән көрәштә төрлө илдәр хоҡуҡ һаҡлау органдарының көсөн бергә туплау. Халыҡ-ара үҙәк киләһе йыл, замандың иң алдынғы ҡорамалдары менән йыһазландырылғас эш башлаясаҡ.

Сингапур үҙәге бинаһы презентацияһының тантанаһында Интерпол генсегы Рональд Ноубл сығыш яһаны. Айырым алғанда, ул былай тине:

Полиция хеҙмәткәрҙәре үҙ граждандарын физик зыян күреүҙән һаҡларға махсус рәүештә өйрәнә. Беҙҙең заманда реаль һәм виртуаль тормош бер-береһенә ныҡ бәйле була бара, шуға күрә беҙгә бөтөнләй яңы мәсьәләләр өҫтөндә эшләргә тура киләсәк. Глобаль инновацион комплексты Интерпол шул киберенәйәтселек менән көрәш өсөн төҙөнө лә инде.”

Яңы үҙәктәге эш төп дүрт йүнәлештә алып барыласаҡ: тәфтиш эшенә оператив ярҙам, инновациялар, тикшеренеүҙәр һәм компьютер именлеге, полиция кадрҙарын әҙерләү, халыҡ-ара партнерлыҡ һәм үҫеш.



Комментариев нет:

Отправить комментарий