среда, 1 октября 2014 г.

ИДИЛ (ИГИЛ) менән көрәштә АҠШ-ҡа башҡа дошмандары менән килешергә тура киләсәк.


АҠШ һәм уның союздаштары Сүриә һәм Ирак территорияһындағы “Ислам дәүләте” төркөмө позицияларына авиация һөжүмен дауам иткәндә, яңы союздаштары коалицияны яҡларға әҙер булыуҙары хаҡында белдерә.

Сүриә “Ислам дәүләте” менән көрәшеүселәр яғында,”-тип белдерҙе дүшәмбе көн Сүриәнең сит ил эштәре министры.

Күп хәрби эксперттар бер нәмәгә шикләнмәй: радикаль исламистар менән көрәшкә тәбиғи союздаш сифатында Бәшәр Асадты һәм Сүриә армияһын йәлеп итеү ваҡыты етәсәк. Лион 2 университетының Яҡын Көнсығыш буйынса белгесе Фабрис Баланш шундай уҡ фекерҙә: “Бөгөн шуны күҙ уңында тоторға кәрәк: Асад өҫтөнлөклө хәлдә, армияһы көслө; элек беҙгә әйтеүҙәренсә, союздаштары Иран һәм Рәсәй уны ташламай, ИДИЛ менән көрәштә ул берҙән-бер терәк. Бына ни өсөн Асад режимын яҡлау мөһим, дипломатик мөнәсәбәттәрҙе тергеҙеү мотлаҡ түгел, уны бәреп төшөрөргә маташыуҙан баш тартыу ҙа етә.”

Өҫтәүенә АҠШ һәм уның союздаштары “Ислам дәүләте”нә ҡаршы ҡоро ер операцияһында ҡатнашырға теләмәй, ә авиация һөжүме менән генә еңеүгә ирешеү икеле. Шуға ла коалицияға бығаса дошман итеп ҡабул ителгәндәрҙең ярҙамына иҫәп тоторға тура килә? тип иҫәпләй Фабрис Баланш:

Урындағы берҙән-бер ышаныслы союздаштар- Сүриә курдтары, улар ҙа ИДИЛ-ға теш ҡайрай, әммә был курдтар АҠШ-та террористик ойошмалар иҫәбенә индерелгән Курд Эшселәр фирҡәһенә ҡарай, шулай уҡ Бәшәр Асадтың Сүриә армияһы ла законһыҙ тип иҫәпләнә. Сүриәләге ИДИЛ-де юҡ итеү теләге бар икән, был ике дошман менән һөйләшеүҙәр башларға тура киләсәк, сөнки уртасыл баш күтәреүселәр быны эшләй алмаясаҡ.”

Ислам дәүләте” проблемаһын хәрби юл менән генә хәл итеү мөмкин түгел. Коалиция илдәренә бындағы хәйерселек менән дә көрәшергә тура киләсәк, Фабрис Баланштың фекере буйынса, ул -радикаль исламистарҙың төп союздашы:

ИДИЛ граждандарҙың яҡлаусыһы булып хеҙмәт итә, эсмәгән, тартмаған, шәриғәт закондарын үтәгән “Ислам дәүләте” менән ул үҙен имен тоя. АҠШ еңеү өсөн ваҡыт талап ителә тип әйтә икән, был ысынлап та, шулай. Әлбиттә, мәсьәләне хәрби юл менән бик тиҙ хәл итеп була, тик аҙаҡ хроник хәйерселек хәлендәге был регионда хөкөм эшен, именлек һәм иҡтисади үҫеште тәьмин итергә кәрәк буласаҡ.”



Комментариев нет:

Отправить комментарий