Сүриәнән
Төркиәгә курд ҡасаҡтары ағымы арта
бара. Уларҙың һаны 150 меңдән ашып китте.
“Ислам дәүләте”
төркөмө
боевиктарынан ҡасып, йорттарын ташлап
киткән был кешеләрҙең күбеһенә медицина
ярҙамы кәрәк. Төрөк врачтары- волонтерҙар
лагерҙарҙа һәм уларға ваҡытлыса йәшәп
торорға бирелгән мәктәптәрҙә, администрация
биналарында ҡасаҡтарға ярҙам итә.
“Беҙгә
дарыуҙар етмәй,-ти Суруч үҙәге волонтеры.-Тәүге ярҙам күрһәтеү өсөн,
ҡорамалдар етешмәй. Ҡыҫынҡы шарттарҙа
беҙ кешеләргә ярҙам күрһәтергә тырышабыҙ,
тик Сүриә ҡасаҡтары араһында яралылар
бик күп.”
Ир-аттың
күбеһе, йәрәхәттәренә ҡарамаҫтан,
лагерҙа оҙаҡ тормай, боевиктар менән
көрәшеү өсөн, кире тыуған иленә ҡайта.
Ә бына ҡатын-ҡыҙҙар, балалар, оло
йәштәгеләр ярҙамға мохтаж.
“Беҙ
аптекаларҙан, медицина учреждениеларынан
ярҙам һорайбыҙ,-ти икенсе волонтер.-Һүҙ
даыуҙар хаҡында ғына бармай. Балалар,
бәпәйҙәр урамда йоҡлай. Уларға мендәрҙәр,
юрғандар кәрәк. Уларға йылы торлаҡ
кәрәк. Күрәһегеҙ, беҙ кешелек хаҡына
көрәшәбеҙ.”
БМО-ның
Ҡасаҡтар эше буйынса агенствоһы шуны
киҫәтә: ҡыш яҡынлашыуы хәлдәрҙе
ҡатмарландырыуы ихтимал.
“Оҙайлы
ауыр юл үтеп, улар ауыр шарттарҙа йәшәргә
мәжбүр,-тип хәбәр итә Суручтан Бора
Байрактар.-”Ислам дәүләте”
арҡаһында йорттарын ташлап китергә мәжбүр булған
курд ҡасаҡтарының һаулығы шәптән түгел.
Улар төрлө яҡтан ярҙам көтә.”
Комментариев нет:
Отправить комментарий