Иран
президенты Хәсән Роухани, БМО Генераль
Ассамблея сессияһында сығыш яһап, Яҡын
Көнсығыштағы экстремизм үҫешен, шуның
кәүҙәләше булған “Ислам дәүләте”
төркөмө эшмәкәрлеген Көнбайыштың
“стратегик хаталары” менән
бәйләне.
Ислам
республикаһы башлығы бер нәмәгә үҙенең
ныҡлы инаныуын белдерҙе: әлеге көрсөк
ситтәр ярҙамында түгел, региондың үҙенең
эсендә хәл ителергә тейеш:
“Яҡын
Көнсығыш, Урта Азия һәм Кавказ
мәсьәләләрендә Көнбайыштың стратегик
хаталары донъяның был өлөшөн террористар
һәм радикалдар өсөн ожмахҡа әйләндерҙе.
Ҡайһы бер разведагенстволар ахмаҡтарҙың
ҡулына үҙҙәре ҡылыс тотторҙо һәм был
ҡылыстар хәҙер бер кемде лә аямай,”-тип
белдерҙе Роухани...-”Экстремистар бөтә
донъяға оран һалды: “Бөтә донъя
экстремистары, берләшегеҙ!”-тип. Ә беҙ,
экстремизм янағанда, ниндәй кимәлдә
берләшә алырбыҙ һуң?”-тип
һораны Роухани БМО-ның 193 ил-ағзаһынан.
Был
һүҙҙәр Көнбайыш менән экстремистарға
ҡаршы бергәләп эш итергә саҡырыу кеүек
яңғыраһа ла, Иран лидеры регион эштәренә
ҡыҫылыуҙан һаҡланырға саҡырҙы:
“Демократия- һуғыш һәм агрессия һөҙөмтәһе
түгел, үҫеш, алға китеш һөҙөмтәһе.
Демократия -Көнбайыштан Көнсығышҡа
анһат ҡына индерергә мөмкин булған
экспортлау тауары түгел”.
Шул
уҡ ваҡытта Иран лидерының Нью-Йоркка
визиты Британия премьер-министры Дэвид
Кэмерон менән тарихи осрашыуына сәбәпсе
булды- ике илдең лидеры Иран революцияһы
заманынан бирле күрешкәне юҡ ине.
Даунинг-стрит
10 хужаһының һүҙҙәре буйынса, “Иранға
мөмкинлек бирергә кәрәк, ул проблемалар
тыуҙырыр урынға проблемаларҙы хәл
итеүсе булып сығыш яһай ала. Беҙҙең
ҡараштарыбыҙ төрлө, әммә Иран лидерҙары
“Ислам дәүләте” тыуҙырған ҡурҡыныстан
ҡотолорға ярҙам итә ала.”
Беҙҙең
АҠШ-тағы хәбәрсебеҙ Штефан Гробе һүҙҙәре
буйынса, “асылда үҙ телмәрендә президент
Роухани Яҡын Көнсығыштың бәләләрендә
Көнбайышты туранан-тура ғәйепләне. Тик
ул АҠШ һәм Бөйөк Британияны асыҡтан-асыҡ
атаманы, тимәк мөнәсәбәттәрҙе яҡшыртыуға
өмөт бар.”
Комментариев нет:
Отправить комментарий