четверг, 4 сентября 2014 г.

Франция президенты Олланд “борсоулы”.


Был сентябрҙә традицион рәүештә ҡыҙыу яңы сәйәси сезон Франция президенты Франсуа Олланд өсөн ҡәҙимгенән ҡыҙыуыраҡ булмаҡсы.

Мануэль Вальс етәкселегендәге уның хөкүмәтенә үтә лә ауыр яңырnыу процесы аша үтергә тура килде, бының сәбәбе- бер юлы бер нисә министрҙың Олланд-Вальс тандемы адресына ҡаты тәнҡит һүҙҙәре.

Шуның өҫтөнә күп айҙар инде эшһеҙлек кимәле рекорд артынан рекорд ҡуя, ә V Республика президентының абруйы аҫҡа тәгәрәй бирә.

Етмәһә Елисей һарайы хужаһының шәхси тормошо ла ғәм микроскобы аҫтында ҡалырға тора, ә микроскопты уның алданған элекке “ҡатыны” Валери Триервейлер йүнәлтеүен иҫкә алһаҡ, Олланды ул картина ҡыуандырмаясаҡ һәм һөҙөмтәһе шыма ғына үтеп китмәйәсәк тиергә була.

Триервейлерҙың Олланд менән 2005 йылда башланған романы һәм тормошо, 2014 йылда бульвар матбуғатында президенттың актриса Жюли Гайе менән бәйләнеше хаҡында хәбәр баҫылғандан һуң, ҡырҡа өҙөлдө. Триервейлер Париж дауаханаларының береһенә ятырға мәжбүр булды хатта.

Ҡатын бер нисә айға һуҙылған тынлыҡты боҙҙо- 4 сентябрҙә магазиндарҙың китап кәштәләрендә уның “Рәхмәт һиңә ул мәл өсөн”китабы пәйҙә буласаҡ. Китапты баҫмаға йәшерен рәүештә әҙерләйҙәр, уның 200 000 дана тиражы менән Амели Нототомб һымаҡ күренекле авторҙар ғына ярыша ала.

Билдәле, әҫәрҙең төп темаһы- Триервейлер һәм Олланд араһындағы роман, Триервейлерҙың хәбәрҙе нисек ҡабул итеүе, Олландтың, ул хәбәрҙәрҙе инҡар итеп, уның улының “ғүмере менән ант итеүе,” “фаш ителгәс,президенттың уға кире ҡайтырға тырышыуы.

Елисей һарайының рәсми хәбәрҙәре буйынса, президент администрацияһы китаптың баҫмаға әҙерләнеүе хаҡында белмәгән, ә Олланд, әйтеүҙәренсә, “борсоулы.” Китаптың өлөштәре менән танышып өлгөргәндәр, “емергес эффект” яһаясаҡ “рәнйегән ҡатындың үсе” тураһында һөйләй.

Айырым алғанда, матбуғатта Триервейлер миҫал итеп килтергән, президент (бигерәк тә социалист) әйтергә тейеш булмаған Олландтың ярлыларҙы (“тешһеҙҙәрҙе”) кәмһетеп әйткән һүҙҙәре хаҡында фекер алышыу бара.






Комментариев нет:

Отправить комментарий