пятница, 5 сентября 2014 г.

Рәсәй сит ил эштәре министрлығы башлығы АҠШ-ты Киевтағы “һуғыш фирҡәһен” яҡлауҙа ғәйепләне.


Рәсәй сит ил эштәре министры Сергей Лавров АҠШ-ты Киевтағы “һуғыш фирҡәһен” яҡлауҙа ғәйепләне. Ул, Украиналағы көрсөктө йырып сығып булыр, тип өмөтләнә. Был турала Рәсәй сит ил эштәре министрлығы башлығы Мәскәүҙә ҡырғыҙ коллегаһы менән үткәргән матбуғат конференцияһында белдерҙе. Шулай уҡ ул кесе йома көн Германия һәм Францияның сит ил эштәре министрҙары менән телефон аша һөйләшеүҙәр алып барҙы.

Сергей Лавров:

Сәйәси хәлдәрҙе яйға һалыуға ҙур тырышлыҡ һалынған ваҡытта, Рәсәйгә ҡаршы риториканың тоҡанып китеүе шуны күрһәтә: Киевтағы “һуғыш фирҡәһе” ситтән, әлеге осраҡта Ҡушма Штаттарҙан көслө ярҙам ала.”

Лавровтың фекере буйынса, ҡапма-ҡаршы тороусы яҡтарҙы утты туҡтатыу режимына күсереү өсөн, Рәсәй президенты Владимир Путиндың планы нигеҙ булып тора ала.



Комментариев нет:

Отправить комментарий