понедельник, 29 сентября 2014 г.

Лавров Көнбайышты ғәйепләй.


БМО Генераль Ассамблеяһының 69-сы сессияһында сығыш яһап, Рәсәй сит ил эштәре министры Сергей Лавров Көнбайыштың, тәү сиратта АҠШ-тың сәйәсәтен ҡаты тәнҡитләне. Айырым алғанда, ул Дамасктың санкцияһынан тыш Сүриә территорияһындағы “Ислам дәүләте” төркөмө боевиктарына авиаһөжүм яһауҙың законлы булыуына шик белдерҙе.



Сергей Лавров, Рәсәй сит ил эштәре министры:

 “Терроризм менән көрәш ныҡлы халыҡ-ара хоҡуҡтарға нигеҙләнергә тейеш. Ойошманың уставына ҡаршы килеп эш итергә тырышыу дөйөм тырышлыҡты юҡҡа сығара. Сүриә территорияһындағы көрәш быға үҙенең әҙерлеге хаҡында белдергән Сүриә хөкүмәте менән тығыҙ хеҙмәттәшлеккә таянып алып барылырға тейеш.”

Лавров Көнбайышты ҡалған бөтә донъяны, тәү сиратта Европаны үҙенә буйһондорорға ниәтләүҙә ғәйепләне.

Сергей Лавров:

“Көнбайыш бөтә кешелекте үҙенең бик үк өлгөлө булмаған ҡалыптарына һалырға маташа. Һалҡын һуғышта үҙен еңеүсе итеп һәм тарих аҙағы яҡынлашыуы тураһында иғлан итеп, АҠШ һәм Евросоюз Европалағы бөтә халыҡтарҙың законлы мәнфәғәттәре балансын иҫәпкә алмайынса, үҙ контролдәре аҫтындағы геосәйәси арауыҡты киңәйтергә иҫәп тота.”


Генераль Ассамблея кулуарҙарында Сергей Лавров үҙенең ҡытай коллегаһы Ван И менән осрашты. Рәсми коммюникелә хәбәр ителеүенсә, министрҙар ике илдең хеҙмәттәшлеге һәм координация кимәле менән ҡәнәғәт булыуҙарын белдерҙе. 

Комментариев нет:

Отправить комментарий