Ирандың
ядро программаһы буйынса һөйләшеүҙәрҙә
етди алға китеш юҡ. Иран президенты
Роухани һүҙҙәре буйынса, консультациялар
барышында алға китеш һиҙелмәй һәм ул,
24 ноябргә ҡәҙәр килешеүгә килеү өсөн,
эште әүҙемләштерергә тәҡдим итә. Элегерәк
тыныс характерҙағы Иран ядро программаһы
буйынса бөтөнөһөн эсенә алған килешеүҙәр
төҙөүгә был дата һуңғы срок рәүешендә
билдәләнгәйне. Был иһә Ирандан санкцияларҙы
алыу процесын башларға мөмкинлек бирер
ине.
Хәсән
Роухани, Иран президенты:
“Иран
тыныс атомға үҙенең законлы хоҡуғынан
һис ҡасан баш тартмаясаҡ. Уранды байытыу
процесы тыныс маҡсаттарҙа кәрәк булған
миҡдарҙа дауам итәсәк. Бөтә санкциялар
юҡҡа сығарылырға тейеш.”
АҠШ та 24 ноябргә
ҡәҙәр килешеү төҙөргә өмөтләнә, әммә
Вашингтон, Таһран кеүек үк, һүҙ барған
барса проблемалар буйынса ла фекер
төрлөлөгө барлығын таный.
Халыҡ-ара
“алтау” һәм Иран араһындағы һөйләшеүҙәрҙең
сираттағы раунды Нью-Йоркта 8 көн дауам
итте һәм йома көн тамамланды.
Комментариев нет:
Отправить комментарий