Сүриәнең
төньяғындағы Ракка ҡалаһы байтаҡ ваҡыт
инде баш күтәреүселәр ҡарамағында.
Марттан алып ул “Ислам дәүләте” төркөмө
ҡулында. Исламистар үҙҙәренең баш ҡалаһы
тип иғлан иткән Ракка шәриғәт ҡанундары
буйынса йәшәй.
Ракка
урамдарындағы тормошто, оҙаҡ ситтә
булғандан һуң, мартта ватанына ҡайтҡан
Рәғәт исемле ҡатын төшөрөп алған. Ҡораллы
патруль, урамдарҙа намаҙ уҡыусылар, тән
язаһы үткәрелгән баҙар майҙаны, бушлай
таратылған ашҡа сираттар һәм биттәрен
ябып йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙар...Уның урынына
бында мартта уҡ смартфон һатып алырға
мөмкин булған.
Сик
аша үткән саҡта, “Ислам
дәүләте” боевигы
Рәғәткә, үтә күренмәле кейемдә урамдарҙа
йөрөргә ярамағанлығын аңлатып, киҫәтеү яһаған.
Рәғәттең
һөйләүенсә, ҡатын-ҡыҙҙарҙың күбеһе-
боевиктарҙың ситтән килтерелгән
ҡатындары. Улар тулыһынса ябыҡ кейемдә
балалары менән паркта йөрөгәндә, кейем
өҫтөнән эленгән автомат -ябай бер
атрибут. Ҡыйынлыҡтар күп булыуға
ҡарамаҫтан, Рәғәт менән һөйләшкәндәрҙең
береһе лә тормошона зарланмаған.
Комментариев нет:
Отправить комментарий