пятница, 26 сентября 2014 г.

ИЛИД (ИГИЛ) Париж һәм АҠШ метроларында “теракттар планлаштыра”.


Ирак властары “Ислам дәүләте” төркөмө боевиктарының Париж һәм АҠШ метроларында теракттар планлаштырыуы хаҡында “ышаныслы сығанаҡтарҙан” мәғлүмәт алған, әммә Вашингтон быны раҫлаусы дәлилдәрҙең булмауы тураһында белдерә.

Был хәбәрҙәр Францияның йәмәғәт урындарында һәм транспортында хәүефһеҙлек сараларын ҡатыландырыуы менән тап килде, ул Алжирҙа француз аманатын язалауҙан һуң һәм Ислам дәүләтенең боевиктарға ҡаршы коалиция ил-ағзалары граждандарын үлтереү менән янауҙарынан һуң эшләнде. Президент Олланд рәйеслеге аҫтындағы Оборона советы коммюникеһында былай тиелә: “Был енәйәт язаһыҙ ҡалмаҫ.”

Террористар, айырым алғанда, Францияға Сүриәнән һәм Ирактан ҡайтыусы боевиктар хаҡында ла закон проекты әҙерләнә.

Премьер-министр Мануэль Вальс былай тип белдерҙе: “Франция һис ҡасан баш һалмаясаҡ, ҡурҡытыуҙарға бирешмәйәсәк. Һәләк ителгән ватандашыбыҙ хаҡына беҙ ныҡ булырға тейешбеҙ.”

Францияның мосолман общинаһы вәкилдәре Эрве Гурделде язалауҙы ғәйепләп сыҡты, үҙҙәренә баҫым яһалыуға асыуҙары килеүселәр ҙә бар:

-Барыһы өсөн дә беҙгә түләргә тура килә. Улар унда эш боҙған, ә бында, Францияла, беҙ яуап бирергә тейеш.

Йома Париждың төп мәсете алдында митинг үтәсәк, мосолмандар йәмғиәте рәйесе Дәлил Бүбәкер һүҙҙәре буйынса, ул “үлемесле идеология хаҡына исламды һәм уның ҡиммәттәрен боҙоусы террористарҙың” асылын асып һалыуға бағышланасаҡ.

Твиттерҙың француз сегментында британлыларҙың кампанияһына оҡшаш #МинеңИсемдәнТүгел хэштэгы аҫтында мосолмандарҙың хәбәрҙәре баҫыла.





Комментариев нет:

Отправить комментарий