вторник, 23 сентября 2014 г.

Алжирҙа “исламистар”французды әсирлеккә алған.


Алжирҙың таулы райондары буйлап сәйәхәт иткән француз турисы Эрве Пьер Гурдель боевиктар ҡулына эләккән. Францияның сит ил эштәре министрлығы  мәғлүмәтте раҫланы.

Был эш өсөн яуаплылыҡты “Ислам дәүләте” менән бәйле ҡораллы төркөм ағзалары үҙ өҫтөнә алған. Әгәр Франция Ирактағы боевиктарҙың позицияларына ҡарата һауа һөжүмен туҡтатмаһа, әсирлеккә алыусылар аманатҡа алынған кешене үлтереү менән янай- был турала улар Интернеттағы видеомөрәжәғәтендә белдерҙе.

Франция президенты Франсуа Олландҡа уйланыу өсөн 24 сәғәт бирелгән. Ыңғай яуап булмаһа, туристы язалаясаҡтар.



Комментариев нет:

Отправить комментарий