вторник, 23 сентября 2014 г.

Йортһоҙ гид менән Афина буйлап экскурсия.


Греция баш ҡалаһындағы альтернатив экскурсиялар туристар араһында популяр була бара. Гид ролен йортһоҙҙар үтәй, улар Акрополь кеүек билдәле урындар урынына үҙҙәренең клиенттарына приюттарҙы, хәйерселәр өсөн ашханаларҙы, ҡыҫҡаһы Афина тормошоноң икенсе яғын барып күрергә тәҡдим итә.

Әгәр минең тәжрибәм кемделер икенсе берәүгә ярҙам итеүгә, уны һауыҡтырыуға этәрһә, йөрәген һулҡытып, булғаны менән бүлешеү теләген уятһа, мин бик ҡәнәғәт буласаҡмын,”-ти гид Христос Бакояннис.

Минең фатирым юҡ, приютта йәшәйем,-ти проектта ҡатнашыусы Лаброс Мустакис. -Көрсөк мине яңаҡлап ташланы һәм тубыҡланырға мәжбүр итте. Әммә мин үҙемә: “'Юҡ, һин көрәшергә тейеш,”-тинем.”

Күренмәгән маршруттар”атамаһын алған инициатива асарбаҡтарға яңынан йәмғиәткә ҡайтырға мөмкинлек бирәсәк.

Мин шуны аңланым: был кешеләрҙең һәләттәре күп, әгәр булышыусылар булһа, улар бөйөк эштәр атҡара аласаҡ,-ти туристарҙың береһе.


Көрсөктән һуң ойошторолған был экскурсиялар һәр турисҡа 6 евроға төшә, шуның өсәүһен асарбаҡ гид үҙе ала.

Комментариев нет:

Отправить комментарий