понедельник, 22 сентября 2014 г.

“Климат маршы”: донъя лидерҙарын планетаны ҡотҡарырға саҡыралар.


150-нән ашыу илдәге 2 мең самаһы ҡала халҡы “Климат маршы”на сыҡты. Ул шишәмбе көн Нью-Йоркта БМО Генераль ассамблеяһының сираттағы сессия сиктәрендә климатҡа бағышланған саммитына төбәп үткәрелде. Дәүләттәрҙең һәм хөкүмәт башлыҡтарының осрашыуы парник газдарын сығарып ташлауҙы кәметеү хаҡындағы килешеүҙе әҙерләүгә арнала.

Мин бында ныҡлы инанысым буйынса,-ти Лондондағы акцияға сыҡҡан музыкант Питер Габриэл. -Элек экология тураһында уйланмай инем, әммә һуңғы айҙарҙа шуны аңланым: беҙҙең йәшәйешебеҙгә ҡурҡыныс янай, беҙ һуҡырҙарса был ҡурҡынысты күрмәйбеҙ.”

Күптәребеҙ, айырыуса беҙҙең хөкүмәттәр климаттың үҙгәреүе менән үлемесле уйын уйнаны, хәҙер инде шуның ғөҙөрөн татыйбыҙ,”-ти актриса Эмма Томпсон.

Нью-Йорктағы марш климаттың үҙгәреүенә ҡаршы көрәште яҡлаусы иң масштаблы акция булды, унда 300 мең кеше ҡатнашты. Манифестацияла билдәле сәйәсмәндәр, планетаны ҡотҡарырға ваҡыт тип иҫәпләгән бик күп билдәле кешеләр ҡатнашты. 

Парник газдарын бүлеп сығарыуҙы кәметеүгә йүнәлтелгән документҡа киләһе йыл Парижда ҡул ҡуйыу планлаштырыла.



Комментариев нет:

Отправить комментарий