вторник, 16 сентября 2014 г.

Урта диңгеҙҙә тиҫтәләрсә иммигрант батып үлгән.


Африка илдәренән, кәм тигәндә, 250 легаль булмаған иммигрант. Европаға юл тотҡанда, Ливия ярҙары янында батып үлгән. Яр буйы һағы 36 кешене ҡотҡара алған. Эҙләнеүҙәр дауам итә, әммә иҫән ҡалғандарҙы табыуға өмөт әҙ. Карап Триполиҙан көнсығыштараҡ урынлашҡан Таджура ҡалаһы тирәһендә йәкшәмбе көн батҡан.

Халыҡ-ара миграция ойошмаһында уҙған аҙнала Мальта утрауы янында йәнә 500 кеше батҡан булырға тейеш тип хәүефләнәләр. Был раҫланмаған мәғлүмәт иҫән ҡалған ике фәләстиндың һөйләүҙәренә нигеҙләнә. Улар әйтеүенсә, Сүриә, Мысыр, Фәләстин һәм Судан иммигранттары борам менән Мысырҙың Думьят ҡалаһынан сыҡҡан булған.

Италия легаль булмаған мигранттарҙы ҡотҡарыу буйынса “Маре Нострум”операцияһын үткәрә, был эш өсөн ул ай һайын 9,5 миллион евро аҡса сарыф итә.

Италия властары мәғлүмәттәре буйынса, 2014 йылда 100 мең саманан ашыу ҡасаҡ Италия ярҙарына барып еткән.






Комментариев нет:

Отправить комментарий