среда, 17 сентября 2014 г.

АҠШ-тың хәрби командованиеһы: “ҡоро ер ғәскәрҙәре “Иcлам дәүләте”нә ҡаршы операцияла ҡатнашыуы ихтимал.”


АҠШ-тың хәрби командованиеһы белдереүенсә, Ирак һәм Сүриәләге “Ислам дәүләте”нә ҡаршы операция оҙаҡ ҡына барасаҡ һәм, кәрәк булһа, унда Американың ҡоро ер ғәскәрҙәре лә ҡатнашасаҡ. Был турала шишәмбе көн АҠШ Конгресы сенатында Пентагон башлығы Чак Хейгел һәм АҠШ ҡораллы көстәренең штаб начальниктары комитеты рәйесе генерал Мартин Демпси һөйләне. Хейгел, айырым алғанда, 30-ҙан ашыу илдең АҠШ-ҡа хәрби ярҙам күрһәтергә тәҡдим итеүе хаҡында белдерҙе.

Генерал Демпси шуны һыҙыҡ өҫтөнә алды:

Коалиция төҙөү- дөрөҫ юл, тип уйлайым, шул рәүешле беҙ проблеманы хәл итербеҙ. Тик, әгәр тырышлығыбыҙ уңыш килтермәһә һәм Ҡушма Штаттарға хәүеф янаһа, мин президентҡа ҡоро ер ғәскәрҙәрен файҙаланыуҙы күҙ уңында тотҡан тәҡдим менән мөрәжәғәт итәсәкмен.

Чак Хейгел ҙур халыҡ-ара коалицияның Ирак һәм Сүриә экстремистарына ҡаршы тороу стратегияһы уңышына асҡыс булып торасағы хаҡында белдерҙе:

Был операция еңел һәм тиҙ атҡарылмаясаҡ, беҙгә ҡатмарлы мәсьәләне сисергә тура киләсәк. Беҙ “Ислам дәүләте” менән дә, “Әл-Ҡаиҙә” менән дә һуғышабыҙ. “Ислам дәүләтен” юҡ итеү өсөн, хәрби көс кенә түгел, регионда сәйәси прогресс һәм Ирак, Сүриәлә эффектив партнерҙар ҙа кәрәк.”

Дамаскта иһә Ирак премьер-министрының махсус илсеһе, Ирак милли именлек Советы башлығы Фалех әл-Файяд менән һөйләшеүҙәр барышында Сүриә президенты Бәшәр Асад “терроризм менән көрәштә Сүриә һәм Ирактың тығыҙ партнерлығы һәм координацияһыныңмөһимлеге хаҡында белдерҙе.








Комментариев нет:

Отправить комментарий