среда, 17 сентября 2014 г.

”Система” акционер финанс корпорацияһы башлығы Евтушенков йорт тотҡонлоғонда.


Миллиардер Владимир Евтушенков йорт тотҡонлоғона ултыртылды. Тәфтиш комитетында хәбәр итеүҙәренсә,”Система” асыҡ акционер йәмғиәтенең акционер финанс корпорацияһы директорҙар советы рәйесе Евтушенков законһыҙ аҡсаларҙы легалләштереүҙә ғәйепләнә. Уның Башҡортостан республикаһының яғыулыҡ-энергетика комплексына ингән предприятиялары акцияларын урлауға һәм уларҙы легалләштереүгә ҡыҫылышы бар, тип шикләнәләр.

Июлдә Евтушенковты “Башнефт”те приватизациялау эше буйынса Тәфтиш комитетына допросҡа саҡырҙылар. Ул нефть компанияһының рейдер һөжүме ҡорбаны булыуын инҡар итмәгән тип хәбәр итә “Ведомости” гәзите.

Forbes журналы версияһы буйынса, Владимир Евтушенков Рәсәйҙең иң бай кешеләре исемлегенең 15-се юлын биләй. Уның 9 миллиард доллар мөлкәте бар, тип иҫәпләйҙәр.

Система” акционер финанс корпорацияһы -Рәсәйҙә һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһендә (СНГ) капиталы 9,1 миллиард доллар булған диверсификациялы асыҡ финанс компанияһы. Ул Рәсәйҙең төп МТС телекоммуникация операторын, Башҡортостандың яғыулыҡ-энергетика комплексы компанияларын контролдә тота, медиа өлкәһендә активтары бар һ. б. Акционер финанс корпорацияһының 64 проценты Евтушенков ҡулында, ҡалғандары Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең фонд баҙарында.

Евтушеновҡа белдерелгән ғәйепләү (РФ-ның Енәйәт кодексы, 4-се часть,174-се статья, “законһыҙ аҡсаларҙы легалләштереү”) 7 йылға иректән мәхрүм итеүҙе һәм 1 миллион һумға ҡәҙәр штраф һалыуҙы күҙ уңында тота.(ИТАР-ТАСС).






Комментариев нет:

Отправить комментарий