среда, 17 сентября 2014 г.

Рада депутатын сүп-сар багына бәргәндәр.


Киевтағы Халыҡ Радаһы бинаһы алдына йыйылған төркөм, “Иҡтисади үҫеш” фракцияһы депутаты, элекке “регионал” Виталий Журавскийҙы эләктереп алып, сүп-сар контейнерына ташлаған.

Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, был язалауҙа ҡатнашыусылар парламентҡа люстрация талап итеп килгән (закон аҙаҡ 231 тауыш менән ҡабул ителде).

Икенсе сығанаҡтар буйынса, депутаттан “Автомайҙан” һәм “Уң сектор”вәкилдәре үс алған. РИА “Новости” хәбәр итеүенсә, айҡашыуҙа ҡатнашыусылар, һинең кеүектәр арҡаһында, беҙҙең ағай-энеләр, дуҫтар һәләк була тип, сәйәсмәнгә бактан сығырға ирек бирмәгән.

Украинаның “Комсомольская правда” баҫмаһы мәғлүмәттәре буйынса, митингыла ҡатнашҡан асыулы кешеләр халыҡ депутатының өҫтөнә автомобиль шинаһы ырғытҡан һәм ниндәйҙер шыйыҡ матдә ҡойған. Уның яндырғыс матдә булыуы хаҡында әйтеп, шинаға ут төртөү менән янаған. Активистарға язаны тормошҡа ашырырға милиция хеҙмәткәрҙәре ҡамасаулаған.

УНИАН хәбәр итеүенсә, Журавский- ғауға сығарған, журналистар араһында ҙур ҡаршылыҡ тыуҙырған “Яла яғыу тураһындағы закон” проекты авторы. Киң мәғлүмәт саралары институты һәм Бойондороҡһоҙ медиа-профсоюздың йыллыҡ тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһе буйынса 2012-2013 йылғы Украина матбуғатының ун дошманы араһында ул да бар.






Комментариев нет:

Отправить комментарий