четверг, 18 сентября 2014 г.

Рахой: каталондар һәм шотландтар Евроберләшмәне емерә.


Каталония һәм Шотландияның бойондороҡһоҙлоғо хаҡындағы референдум Европаның берҙәмлегенә янаясаҡ һәм иҡтисади рецессияны, хәйерселекте тыуҙырасаҡ- Испания премьеры Мариано Рахой, шул турала киҫәтеп, ил парламентында сығыш яһаны.

Мариано Рахой, Испания премьер-министры: 

“Был процестар Европа карабы ватерлинияһы аҫтына ебәрелгән торпеда ролен уйнай, сөнки Евроберләшмә дәүләттәрҙең интеграцияһы өсөн төҙөлдө. Беҙҙең заманға хас сифат бүленеү түгел, интеграция. Глобаль ҡурҡыныстарға лайыҡлы яуап биреү өсөн, беҙ көслө илдәргә һәм союздарға мохтажбыҙ”.


Каталония властары ноябрҙә региондың бойондороҡһоҙлоғо хаҡында референдум үткәреү тураһында гел әйтә килде. Уҙған кесаҙнала Барселонала Испаниянан айырылыу яҡлыларҙың күп меңлек демонстрацияһы үтте. Мадридтағы властар иһә Каталонияның бойондороҡһоҙлоғо хаҡында референдум үткәрергә маташыу конституцияға ҡаршы килә тип иҫәпләй.

Комментариев нет:

Отправить комментарий