четверг, 18 сентября 2014 г.

БМО Сүриә ҡасаҡтарына ярҙамды кәметә.


БМО октябрҙән Сүриә ҡасаҡтары лагерҙарын финанслауҙы 40 процентҡа кәметергә мәжбүр буласаҡ. Был турала, ойошманың юғары пост биләгән вәкилдәренә һылтанып, мәғлүмәт агенстволары хәбәр итә. Кәметеү аҡса етмәүгә бәйләнгән. Шул уҡ ваҡытта Ҡасаҡтар эше буйынса идаралыҡта шуны һыҙыҡ өҫтөнә алалар: һуңғы ваҡыт ил эсендә гуманитар ярҙамды алып барып еткереү еңелләшкән.

Ярҙамдың кәмеүе Сүриә лагерҙарында урынлашҡан 4 миллиондан ашыу һәм сит илдәрҙәге 3 миллион ҡасаҡҡа ҡағыласаҡ. Ҡасаҡтар былай ҙа ҡатмарлы шарттарҙа йәшәй, хәҙер инде уларға дүртенсе һуғыш ҡышын үткәрергә тура киләсәк. Сүриә ҡасаҡтарының һәм күсенеп китергә мәжбүр булғандарҙың иҫәбен төрлөсә иҫәпләйҙәр; ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, уларҙың һаны 9 миллионға барып баҫа.


Хомс, Идлиб һәм Алеппо- Сүриәнең ҡулдан-ҡулға күсеп торған ҡаршылыҡ үҙәктәре. Аҙна башында боевиктар Дамасктың көньяҡ райондарын йәнә баҫып алырға маташты.

Комментариев нет:

Отправить комментарий