четверг, 18 сентября 2014 г.

Францияның көньяғында ташҡындар: һәләк булыусылар һәм хәбәрһеҙ юғалыусылар бар.


Ташҡындар һөҙөмтәһендә, Францияның көньяғында 5 кеше һәләк булған, икәүһе хәбәрһеҙ юғалған. Ҡойма ямғырҙар бында шаршамбының төш ваҡытынан алып туҡтамай.

Стихия Лангедок-Русиййон регионы Эро департаментының Ламалю Ле Бэн ҡаласығына бигерәк тә ҙур зыян һалған. Бында өс кеше һәләк булған, туристар кемпингы емерелгән.

Дурду йылғаһы аша һалынған күперҙән оло йәштәге ҡатынды һыу ағыҙып алып киткән. Һуңынан уның кәүҙәһен ҡотҡарыусылар тапҡан.

Хәбәрһеҙ юғалыусыларҙы эҙләү һәм ташҡын эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн 400-ҙән ашыу янғын һүндереүсе йәлеп ителгән. Улар урындағы полиция һәм жандармерия менән хеҙмәттәшлек итеп эшләй. 100 тирәһе кеше йорттарынан эвакуациялауға мохтаж.



Комментариев нет:

Отправить комментарий