пятница, 19 сентября 2014 г.

Британлы “Ислам дәүләте” телетапшырыуҙарын алып барасаҡ.


Кесаҙна көн “Ислам дәүләте” төркөмө йәнә бер Британия журналисы менән видео таратты. Джон Кентли радикалдарға 2012 йылдың ноябрендә әсирлеккә эләгә һәм шунан алып уның тураһында бер хәбәр ҙә булмай. Хәҙер журналист видеоблогтың бер нисә сығарылышында “Ислам дәүләте”хаҡында “дөрөҫөн” һөйләргә вәғәҙә бирә, быларҙы ул пистолет аҫтында түгел, үҙ иреге менән эшләүен дә белдерә.

Интернетта Сүриәнең төньяғында алышҡан курд ополчениеһының һәүәҫкәр видеоһы донъя күрҙе. Радикалдар, танкыларҙы ла индереп, ауыр ҡоралдар ҡуллана, улар бер нисә курд ауылын ҡамап алған. Һөжүмдең төп маҡсаты- Төркиә сигендәге Айн әл-Араб ҡалаһы.

Ирактың Мосул провинцияһында курд отрядтары, командирҙары әйтеүенсә, бер нисә төбәктән “Ислам дәүләте” боевиктарын бәреп сығарған.

Көнбайыш илдәре “ислам”истарға ҡаршы көрәшкән ополчениеға ҡоралдарҙың яңы партияһын оҙата. Мәҫәлән, Канаданан килгән ҡоралдарҙы Чехияла бушатып, Иракка оҙатыу өсөн, яңынан самолеттарға тейәйҙәр. Германияла Бундесвер һалдаттары 4 мең автоматик G3 винтовкаһын, шул саҡлы уҡ Walther P1 пистолетын һәм танкыларға ҡаршы еңел Milan ракеталарын Иракка оҙатырға әҙерләй.


Комментариев нет:

Отправить комментарий