пятница, 19 сентября 2014 г.

Эбола биҙгәге арҡаһында, Сьерра-Леонела өс көнлөк карантин индерелә.


Сьерра-Леоненың Фритаун һәм башҡа ҡалалары халҡы, Эбола биҙгәге менән бәйле хөкүмәт иғлан иткән өс көнлөк карантин ваҡытында мохтажлыҡ кисермәҫ өсөн, баҙарҙарҙа аҙыҡ-түлек һатып ала. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, Көнбайыш Африка илдәрендә был ауырыу ҡорбандары 2,6 меңдән артып киткән, 5 меңдән ашыуы ауырыу йоҡторған.

Фритаун халҡы ҡарарҙы хуплай:

-Мин бында ғаиләм өсөн дарыу, аҙыҡ-түлек, кәрәк-яраҡ, хатта һыу алыр өсөн килдем. Ул саҡта өйҙән сыға, магазинға бара алмай торған өс көн эсендә беҙҙең бер нәмәгә лә ҡытлыҡ кисермәйәсәкбеҙ.

-Бер көн эсендә меңәрләгән кешене юғалтҡансы, 3 көн, хатта 21 көн өйҙә ултырырға ла мөмкин. Был аҙымдың дөрөҫлөгөнә, кәрәклегенә шикләнмәйем!

Үлем, ауырыуҙы йоҡтороу осраҡтары башлыса өс илгә тура килә: Либерия. Сьерра-Леоне һәм Гвинеяға. Элегерәк Эбола биҙгәге менән ауырыған француз ҡатынының- гуманитар ойошма хеҙмәткәренең- тыуған иленә оҙатылыуы хаҡында хәбәр булғайны.

Кесе йома көн Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы башлығы Маргарет Чэнь БМО именлек Советы ултырышында был ауырыуҙың таралып китеүен ойошма төҙөлгәне бирле осраған иң ҙур һынау, бөтә донъя “тыныслығының һәм именлегенең хәүефе”тип атаны.




Комментариев нет:

Отправить комментарий