Евроберләшмә
2030 йылға парник газдарын бүлеп сығарыуҙы
40 процентҡа кәметергә һәм ЕС сарыф иткән
бөтә энергияның ҡайтанан тергеҙелгән
өлөшөн 27 % кимәленә
еткерергә тейеш. Был турала Европа
советы рәйесе Херман Ван Ромпёй
Брюсселдәге ЕС саммитында белдерҙе:
“Еңел
булманы, һис тә еңел булманы, әммә беҙ
ғәҙел ҡарар сығара алдыҡ. Ул Европаны
климат һәм энергетика мәсьәләләре
буйынса амбициоз, әммә иҡтисади эффектив
юлға төшөрә. Климаттың үҙгәреүе- кешелек
алдында торған иң ҙур проблемаларҙың
береһе. Асылда һүҙ кешелекте һаҡлау
хаҡында бара. Был оҙайлы сәйәсәт өлгөһө.”
Европаның
Йәшелдәр фирҡәһе президенты Филипп
Ламберт саммитта ҡабул ителгән ҡарарҙы
хупланы:
“Европа
ҡайтанан тергеҙелгән эффектив энергетика
буйынса үҙ алдына амбициоз һәм аныҡ
маҡсат ҡуя икән, ул мотлаҡ эшләнергә
тейеш булғанлыҡтан, инвестицияларға
ла стимул бирә.”
Евроберләшмә
энергия һаҡлау технологияларын индереү
һәм берҙәм энергетика баҙарын булдырыу
иҫәбенә, иҡтисадтың эффективлығын
үҫтереп, энергия йәһәтенән бойондороҡһоҙлоҡҡа
ынтыласаҡ.
Брюсселдән
Euronews хәбәрсеһе былай ти:
“Дәүләт
һәм хөкүмәт башлыҡтары, финанс ярҙамы
тураһындағы ҡарарҙы икенсе көнгә
ҡалдырып, гуманитар ярҙам мәсьәләләре
буйынса яңы еврокомиссар Кристос
Стилианидесты Эбола биҙгәге буйынса
көрәш координаторы итеп тә тәғәйенләне.
Шул саҡта еврозонаны иҡтисади тергеҙеү
стратегияһы ла ҡараласаҡ.”
Комментариев нет:
Отправить комментарий