пятница, 24 октября 2014 г.

Италия: фабрика хужалары ҡытай эшселәренең һәләк булыуы өсөн яуап бирәсәк.


Италияның Прато ҡалаһындағы тегеү фабрикаһы хужалары һәм идара итеүселәре бөгөн суд алдына баҫасаҡ. Улар, фабрикалағы янғын һөҙөмтәһендә, 7 ҡытай эшсеһенең һәләк булыуы менән бәйле хөкөм ителәсәк.

Фажиғә уҙған йылдың декабрь айында булған. Тәфтиш мәғлүмәттәре буйынса, фабрикала хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре үтәлмәгән.


Комментариев нет:

Отправить комментарий