“Ислам
дәүләте” боевиктары рәсми рәүештә
ҡоллоҡто тергеҙә. Был турала боевиктарҙың
инглиз телендәге Dabiq
селтәр журналы хәбәр итә. Ирактың
төньяҡ-көнбайышындағы төбәктәрҙә
йәшәгән, боевиктар ҡулына төшкән езидтар
ҡолдарға әүерелдерелгән.
Боевиктар
раҫлауынса, улар боронғо традицияны-
ҡатын-ҡыҙҙарҙы хәрби табыш сифатында
файҙаланыуҙы яңырта.
БМО
мәғлүмәттәре буйынса, экстремистар
езид ауылдарында бер нисә мең кешене-
башлыса балаларҙы һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙы
ҡулға төшөргән, уларҙы енси ҡоллоҡҡа
алалар.
Көнбайыш
һәм ғәрәп киң мәғлүмәт саралары хәбәр
итеүенсә, боевиктар контроле аҫтындағы
территорияла кешеләр менән сауҙа итеү
таралған. Иң ҙур ҡолдар баҙары Мосулда
ойошторолған.
Комментариев нет:
Отправить комментарий