Украина
властары Юғары Рада янында демонстрацияла
ҡатнашыусыларҙың милиция менән
бәрелешеүен тикшерә. Шишәмбе көн бында
Украинаның баш күтәреүселәр армияһы
һәм Украина милләтселәре ойошмаһы
эшмәкәрлеген таныуҙы талап итеүсе
манифестанттар йыйылды. Агрессив кәйефле
демонстранттар милицияға таштар һәм
төтөн шашкалары ырғытты.
Еuronews
хәбәрсеһе Дмитрий Полонский Киевтан
былай тип һөйләй:
“Юғары Рада
бинаһы алдына ҡаршылыҡ акцияһына
сығыусылар депутаттарҙан Украинаның
баш күтәреүселәр армияһын һәм Украина
милләтселәре ойошмаһын Икенсе Бөтә
донъя һуғышы ваҡытында Украинаның
бойондороҡһоҙлоғо өсөн көрәшеүсе яҡ
тип таныуҙы талап итте.”
Репортерҙың
һүҙҙәре буйынса, милиция манифестанттарға
ҡарата йәш ағыҙыусы газ һәм резина
күҫәктәр ҡулланған. “Милиция
парламентты һәм депутаттарҙы һаҡлай,”-тип
һыҙыҡ өҫтөнә ала хәбәрсе.
Украинаның
юғары Рада рәйесе Александр Турчинов
парламент бинаһы алдындағы провокациялар
менән бәйле ултырышты ваҡытынан алда
япты.
Украинаның
баш күтәреүселәр армияһы һәм Украина
милләтселәре ойошмаһы мәсьәләһе
парламентта 7 тапҡыр тауышҡа ҡуйылды,
әммә көн тәртибенә индерелмәне.
Киев
кешеләре һөйләй: “Украина баш күтәреүселәр
армияһын 20 йыл элек, беҙ 12 мең булғанда
танырға кәрәк ине. Хәҙер бер нисә йөҙ
кеше ҡалды. Кемгә кәрәк ул?Беҙҙе тарих
аҡланы.”
“Степан
Бандера һәм Роман Шухевичты кешеләр
Украина геройҙары, Украинаның баш
күтәреүселәр армияһын һәм Украина
милләтселәр ойошмаһын бойондороҡһоҙлоҡ
өсөн көрәшеүселәр итеп ҡабул итә икән,
ил быны танырға тейеш. Юғиһә хөкүмәт
менән халыҡ араһында килешмәүсәнлек
килеп сығасаҡ.”
Юғары
рада янындағы бәрелештә милицияның 15
хеҙмәткәре зыян күргән, кәм тигәндә, 30
кеше һаҡ аҫтына алынған. “Азатлыҡ,”
”Туғанлыҡ,” “Уң сектор”милләтселәре
тәртипһеҙлектәргә ҡағылыштары булмауы
хаҡында белдерә. Кис Украинаның ҙур
ҡалаларында Украина баш күтәреүселәр
армияһы йыллығы айҡанлы марштар үтте.
Комментариев нет:
Отправить комментарий