четверг, 16 октября 2014 г.

Cүриә ҡасаҡтары Төркиәнең ташландыҡ өйҙәренә урынлаша.


 “Ислам дәүләте” төркөмө боевиктарының Кобани ҡалаһына һөжүме арҡаһында, 200 мең самаһы курд йорттарын ташлап китте. Күптәре күршеләге Төркиәгә юл тотто. Кемдер ҡасаҡтар лагерында төпләнде, кемдәрҙелер туғандары ҡабул итте.

Euronews хәбәрсеһе төрөктәрҙең Муса Антер ауылында булды:

Хәрби хәрәкәттәр зонаһынан алыҫ түгел кешеләр нисек тә көн күрергә тырыша. Ҡайһы бер сүриә ғаиләләре, төйәк табып, яңы тормош башлау өсөн, ташландыҡ йорттарға урынлаша.”

Хөсәйен Мостафа Кобани янындағы ауылдан ҡатыны һәм 9 балаһы менән ҡасҡан. Хәҙер уның ҙур ғаиләһе Муса Антерҙа йәшәй. Ил сиге эргәлә генә.

Хөсәйен Мостафа: “Минең ике туғаным яраланды. Йәнә берәүһе Кобаниҙа “Ислам дәүләте” төркөмө менән алыша. Кобаниҙа башҡаса бер кемебеҙ ҙә ҡалманы. Бер яралы бик ауыр хәлдә ине. Беҙ уны төрөк хәстәханаһына оҙаттыҡ.”

Хөсәйендең һәм уның улдарының эше күп: улар төпләнергә уйлаған йорттоң стеналары ғына бар, ишектәре лә, түбәһе лә юҡ. Хөсәйендең улдары Кобаниҙа боевиктарға ҡаршы алышҡан курд отрядтарына ҡушылырға теләй. Әммә тәүҙә ирҙәр йортто төҙөп бөтөргә, уны йәшәрлек хәлгә килтерергә тейеш.

Һуғыш Хөсәйенде ныҡ тота, үҙенең яңы йортонан ул Кобани өсөн барған алыштарҙы күҙәтә ала.


Комментариев нет:

Отправить комментарий