пятница, 17 октября 2014 г.

Путин Европаны тынысландырҙы: газ буласаҡ, әммә...


Путин киләһе ҡыш Европаны газ менән тәьмин итергә вәғәҙә бирҙе, Рәсәй яғынан энергетика хеҙмәттәшлегендә ҡатнашыусылар ғәйебе менән көрсөк булмаясағына ышандырҙы. Был турала Рәсәй президенты Сербияға визиты ваҡытында белдерҙе. Путин йәнә бер нәмәне иҫкә төшөрҙө: транзит хәүефе лә бар.

Әгәр беҙҙең Украина партнерҙарыбыҙ, 2008 йылдағы һымаҡ, экспорт үткәргесе системаһынан газ урлай башлаһалар, беҙ эҙмә-эҙлекле рәүештә шул күләмдә газ ебәреүҙе кәметәсәкбеҙ.”

Бындай хәүефтәрҙән һаҡланыу сараһын Владимир Путин “Көньяҡ ағым” проектын тормошҡа ашырыуҙа күрә, әммә ул, Рәсәй президенты фекере буйынса, сәйәси сәбәптәр арҡаһында тотҡарлана.

Белградта Путин Сербия етәкселеге менән осрашты һәм ҡаланы нацистарҙан азат итеүҙең 70 йыллығына бағышланған хәрби парадта булды. Сербия президенты Томислав Николич парадты ике илдең берҙәмлек символы тип атаны һәм тағы шуны һыҙыҡ өҫтөнә алды: бөгөн Сербия үҙенең иҡтисади үҫешендә Рәсәй баҙарына ирекле үтеп инеүгә һәм Рәсәй инвестицияларына таяна.



Комментариев нет:

Отправить комментарий