пятница, 17 октября 2014 г.

Сүриәнең Кобани ҡалаһы һәр урам өсөн алыша.


Сүриәнең Кобани ҡалаһы ҡаршы тора, көрәшә, әммә Пентагон мәғлүмәттәре буйынса, боевиктар ҡыҫымы аҫтында баш һалыуы ихтимал. Курдтарҙың “пешмерга” үҙоборона отрядтары Көнбайыштан хәрби ярҙам һорай, улар белдереүенсә, авиаһөжүмдәр боевиктарҙы туҡталырға мәжбүр итә, әммә тар-мар итергә мөмкинлек бирмәй. Етмәһә уларға теләһә ниндәй мәлдә өҫтәмә көс килеүе мөмкин. Көнбайыштың киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, курдтар, үҙҙәрен халыҡ-ара йәмәғәтселектең ярҙамынан мәхрүм ҡалған кеүек тойһалар ҙа, фиҙаҡәр һуғыша.

Һуңғы көндәрҙә Кобаниҙың һәр бер урамы, һәр бер йорто өсөн алыш бара. Хоҡуҡ һаҡлаусылар мәғлүмәттәре буйынса, бында 550 кеше һәләк булған. Уларҙың күптәре экстремистар, әммә ваҡиғалар барған урындан анығыраҡ мәғлүмәт алыу мөмкин түгел.

Халыҡ ҡаланан китеүҙе дауам итә. Ирактың Анбар провинцияһында ла боевиктар менән ҡаты алыштар бара. Унда ҡайһы бер райондар тулыһынса уларҙың контроле аҫтында.





Комментариев нет:

Отправить комментарий