суббота, 18 октября 2014 г.

Харьковҡа “Боинг” һәләкәте ҡорбандарының шәхси әйберҙәре килтерелгән.


Харьковҡа Малайзия “Боинг”ы һәләкәте ҡорбандарының шәхси әйберҙәре һәм багажы килтерелгән. Улар менән голланд эксперттары эшләй. MH17 рейсы һәләкәтен тикшереү Нидерландтар етәкселегендә алып барыла. Әйберҙәр Донецк өлкәһенең Грабово һәм Рассыпное ҡасабаларында йыйып алынған. Бер өлөшөн эксперттар йыйған, бер өлөшөн урындағы халыҡ тапшырған. Ентекле тикшереүҙәрҙән һуң, улар һәләк булған пассажирҙарҙың туғандарына тапшырыласаҡ.

Амстердам – Куала-Лумпур маршруты буйынса рейсҡа сыҡҡан Малайзия самолеты 17 июлдә һәләкәткә осраған. Лайнер бортында 298 кеше булған. Улар барыһы ла һәләк булған.


Украина властары сепаратистарҙы ғәйепләй, улар иһә фажиғәгә ҡыҫылыштары булмауын белдерә. Тәүге тикшереү һөҙөмтәләре буйынса, докладта шул турала әйтелә: самолет осош ваҡытында “юғары энергетикалы объекттың тышҡы тәьҫире аҫтында стркутуралы боҙолоуға дусар булып ватылған.”

Комментариев нет:

Отправить комментарий