суббота, 18 октября 2014 г.

Германия: йыһатсыларҙан шәхес танытмаһын тартып аласаҡтар.


Германияның эске эштәр министрлығы Сүриәгә йәки Иракҡа экстремистар яғында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыу ниәте менән юлға сығырға иҫәп тота тип шик аҫтына алынған радикаль исламистарҙың шәхес танытмаһын тартып аласаҡ. Яҡын арала был ҡарар үҙ көсөнә инәсәк. Бынан алда ундай әҙәмдәрҙән сит ил паспорттарын тартып алыуға рөхсәт бирелгәйне. Разведка мәғлүмәттәре буйынса, Германиянан ҡыҙыу нөктәләргә 450-нән ашыу кеше сығып киткән дә инде.

Комментариев нет:

Отправить комментарий