суббота, 25 октября 2014 г.

Путин: АҠШ һәм ЕС Украинала хаос тыуҙырҙы.


Украиналағы хаосты ЕС һәм АҠШ тыуҙырҙы. Был турала Рәсәй президенты Сочиҙағы “Валдай” дискуссия клубы ултырышындағы сығышы ваҡытында белдерҙе. Владимир Путин һүҙҙәре буйынса, Рәсәй Америка һәм Европа партнерҙарын, Украина һәм ЕС ассоциацияһы буйынса ашығыс йәшерен ҡарарҙар ҡабул итеүҙең үтә лә хәүефле булыуы тураһында киҫәтеп, килеп тыуған проблемаларҙы цивилизациялы диалог ярҙамында хәл итергә саҡырғайны:

Берәү ҙә беҙҙе тыңларға ла, беҙҙең менән һөйләшергә лә теләмәне. “Был һеҙҙең эш түгел”,-тип тип кенә әйттеләр беҙгә. Бөтә дискуссия шул булды. Ҡатмарлы, әммә, һыҙыҡ өҫтөнә алам, цивилизациялы диалог урынына эште дәүләт түңкәрелешенә алып барып еткерҙеләр, илде хаосҡа батырҙылар, иҡтисадты, социаль өлкәне юҡҡа сығарҙылар, оло ҡорбандарға килтергән граждандар һуғышына этәрҙеләр.

Путиндың фекере буйынса, Украиналағы көрсөк- донъяла баланс юғалыуы һөҙөмтәһе. Рәсәй президенты Вашингтонды, халыҡ-ара аренала дошман образын тыуҙырып, союздаштарын ҡурҡытып һәм донъя диктатына хоҡуҡты үҙенә алып, һалҡын һуғыш заманындағы идара итеү схемаларын ҡайтанан тергеҙергә маташыуҙа ғәйепләне.











Комментариев нет:

Отправить комментарий