суббота, 25 октября 2014 г.

Инҡилабҡа тиклемге Рәсәй.


Бер быуаттан һуң да фотограф Сергей Прокудин-Горскийҙың эштәре үҙенең буяуҙары һәм техникаһы менән хайран ҡалдыра. 1897 йылдан алып ул белгестәрҙе һәм халыҡты фотография өлкәһендәге ҡаҙаныштары һәм асыштары менән таныштыра, ә 1908 йылдағы Лев Толстойҙың төҫлө фотолары хужожниктың исемен данға күмә.


Бынан һуң император Николай II шәхсән үҙе Прокудин-Горскийға ғәләмәт ҙур проектын тормошҡа ашырырға- Рәсәйҙе, уның мәҙәниәтен, тарихын һәм ҙур ил йәшәйешенең бөтә яҡтарын сағылдырырға ярҙам итә- фотографҡа махсус рәүештә йыһазландырылған тимер юл вагоны бүленә.

10 мең төҫлө фотонан торған, төньяҡтан алып Урта Азияға тиклемге биләмәләрҙе, Себерҙе үҙ эсенә алған Рәсәй империяһы халыҡтарының тормошона бағышланған иҫ киткес ҙур коллекция барлыҡҡа килә. Күп йыллыҡ сәйәхәттәр ваҡытында, ул фотолар яңы технология буйынса(Адольф Миттеның төҫтәрҙе бүлеү методы) эшләнә.

Прокудин-Горский фотолары XX быуат башындағы Рәсәй империяһы тормошон һүрәтләүҙән тыш Эрмитажда боронғо вазаларҙы реставрациялаусыларға ҡомартҡыларҙы үҙҙәренең боронғо сифатында тергеҙергә мөмкинлек бирә.



1918 йылда фотограф ғаиләһе менән граждандар һуғышында ҡайнаған Рәсәйҙе ҡалдырып китә. Сит илгә сығарыр алдынан властар уның коллекцияһының күп
өлөшөн тартып ала.

1922 йылда ул Ниццаға күсенә, ағалы-энеле Люмьерҙар менән эшләй, Францияның һәм уның колонияларының тормошо һәм мәҙәни мираҫы тураһында фотолар циклын әҙерләй башлай. Артабан был проектты өлөшләтә художниктың улы Михаил Прокудин-Горский тормошҡа ашыра.

Коллекцияның ҡалған өлөшөн фотографтың вариҫтары 1948 йылда һата.(АҠШ Конгресы китапханаһы) Сергей Михайлович Прокудин-Горский Парижда 1944 йылда, союздаштарҙың ғәскәрҙәре ҡаланы азат итеп, бер нисә аҙна үткәс үлә. Сент-Женевьев-де-Буа ҡалаһында урыҫ зыяратында ерләнә.

Һеҙҙең иғтибарға Сергей Прокудин-Горскийҙың иң билдәле төҫлө фотоларын тәҡдим иттек, уларҙың күбеһе 2001 йылда “Империя заманындағы Рәсәй” күргәҙмәһендә тәүге тапҡыр халыҡҡа сығарылды.


Комментариев нет:

Отправить комментарий