воскресенье, 26 октября 2014 г.

Һайлау бөтәһе өсөн дә түгел.


Баш күтәреүселәр ҡулы аҫтындағы Донецк һәм Луганск өлкәһенең 15 округында парламент һайлауҙары булмаясаҡ. Хөкүмәт көстәре контроле аҫтындағы райондарҙа, айырым алғанда Мариуполдә, һайлаусылар араһында апатия һиҙелә.

Беҙҙең оптимистик күҙаллауҙарыбыҙ буйынса, һайлауға халыҡтың 30-35 проценты киләсәк, пессимистарса ҡараһаҡ, һайлаусылар 10-15 % самаһы буласаҡ,-ти Мариуполдәге һайлау округы комиссияһы башлығы Татьяна Тюрина.-Коллегаларымдан ишетеүемсә, Талаковкала һәм Сартанда һайлау участкалары асылмаясаҡ- кешеләр уларҙы асыуҙан ҡурҡа, сөнки был ауылдар утҡа тотолдо.

Донецк халыҡ республикаһында урындағы үҙидаралыҡ органдарына бер аҙнанан үҙ һайлауҙары үтәсәк. Донецк яҡлы халыҡ Киевты “файҙаһыҙ сығымдар өсөн ” тәнҡитләй.

Улар был һайлауҙар менән бер нәмәгә лә ирешә алмаясаҡ, хәлдәр хөртәйәсәк кенә,-ти бер ҡатын.-Һайлауға осорған ул аҡсаларҙы пенсия түләүгә, балалар ҡарауға бирһәләр, яҡшыраҡ булыр ине.”

Уларҙың һайлауҙарында эшебеҙ юҡ,-ти баш күтәреүселәрҙең береһе.-Иң мөһиме- беҙҙә тәртип булһын. Ул саҡта, бөтәһе лә дөрөҫ буласаҡ....Уларҙың һайлауҙары бында булмаясаҡ. Был факт.”

Эксперттарҙың фекере буйынса, Донецк өлкәһендәге 1,6 миллион кеше, йәғни һайлаусыларҙың 50 проценты һәм Луганск өлкәһендә 1,2 миллион кеше йәки һайлаусыларҙың 70 проценты был һайлауҙарҙан ситтә ҡаласаҡ.


Комментариев нет:

Отправить комментарий